3 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2009 йыл, 10:35

Өфөлә буласаҡ эшҡыуарҙар өсөн “түңәрәк ҡор” ойошторола

автор: Любовь Колоколова

30 октябрь баш ҡаланың Ҡала мәҙәниәт һарайында  “Буласаҡ эшҡыуар” тип исемләнгән “түңәрәк  ҡор” йыйыласаҡ. Унда  “Йәштәр нисек бизнесҡа килә?”, “Нисек үҙ эшеңде асырға?” һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.

“Түңәрәк  ҡорҙо”  Өфө ҡалаһы ҡала округының   Орджоникидзе районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм “Рәсәй терәге”  Бөтә Рәсәй кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың йәмәғәт ойошмаһының  Башҡорт төбәк бүлексәһе ойоштора.

Сарала киләсәктә эшҡыуар булырға ниәтләнгән студенттар, бизнестың төрлө тармаҡтарынан йәш эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Буласаҡ эшҡыуарҙар  бизнесмендарҙың  нисек уңышҡа ирешеүҙәре тураһында бизнес-тарихтарын тыңлаясаҡ һәм үҙ һорауҙарын бирәсәк.  Шулай уҡ  был сарала “Буласаҡ эшҡыуар” йәштәр ойошмаһын булдырыу ҙа планлаштырыла.

темалар: Түңәрәк ҡор