10 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2009 йыл, 10:18

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йырсылар конкурсы иғлан ителде

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ноябрҙә  Өфөлә  Ғәзиз  Әлмөхәмәтов исемендәге йырсылар асыҡ конкурсы үтәсәк.  Сираттағы конкурс  республикала иғлан ителгән Йәштәрҙең башланғыстарын  яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған. Унда  18 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге махсус вокалсы белеме булған  (училище, вуз) башҡарыусылар, шулай уҡ урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының  вокал бүлеге студенттары ҡатнаша ала.

Йырсыларҙы  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге  Башҡорт дәүләт филармонияһында 17-20 ноябрҙә тыңлап ҡараясаҡтар.

17 ноябрь үтәсәк  беренсе тур программаһында опера һәм кантатанан ария йәки 17-18-се быуаттарҙың ораторияларын һәм   Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың бер әҫәрен йырлау ҡаралған.

18 ноябрҙә икенсе турға үткәндәр башҡорт композиторы арияһын йәки үҙе һайлаған  башҡорт халыҡ йырын, шулай уҡ  башҡорт йәки рус  композиторҙарының романсын башҡарырға тейеш.

Өсөнсө турға үткән йырсылар 19 ноябрҙә сит ил  йәки рус  композиторҙарының операларынан ария, үҙенең ҡатмарлығы буйынса өсөнсө тур әҫәренә тап килгән үҙҙәре һайлаған беренсе йәки икенсе тур әҫәрен башҡара ала.

20 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының орган залында  Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеменә  республика   асыҡ конкурсы призерҙары һәм еңеүселәрҙең гала-концерты була.

темалар: Концерттар