Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Виктор Зубков: Башҡортостанда тотонолған тәбиғи газ өсөн түләү күрһәткестәре яҡшы кимәлдә

Иҡтисад

23 октябрҙә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтендә “Газпром-газ” төркөмө  компаниялары тәьмин иткән газ өсөн ҡулланыусыларҙың бурыстары мәсьәләһе буйынса видеоконференция режимында селектор кәңәшмәһе булып уҙҙы.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Виктор Зубков үткәргән кәңәшмәлә федераль министрлыҡтар, ведомстволар, ”Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре, Рәсәй Федерацияһының ун ете  субьектының башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашты.

Башҡортостан менән һөйләшеү алып барғанда, Виктор Зубков “ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бында файҙаланылған тәбиғи газ өсөн түләү күрһәткестәре яҡшы кимәлдә һаҡланып килә, газ менән тәьмин итеүселәрҙең власть һәм ҡулланыусылар менән үҙ-ара килешеп эшләүҙәренең  ыңғай тәжрибәһен өлгө итеп алырға була”, тип билдәләне.

Был ысынлап та шулай икәнлеген раҫлап була: Башҡортостан Республикаһында тотонолған зәңгәр яғыулыҡ  өсөн түләүҙәр алдағы ике йыл эсендә  һәм ағымдағы йылдың туғыҙ айында  100 проценттан түбән төшкәне юҡ.

Башҡортостан  Республикаһы  Хөкүмәтенән  кәңәшмәлә  Башҡортостан  Республикаһы  Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры  Юрий Пустовгаров ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть