Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Бөтә Рәсәй “Мәүлит уҡыуҙары” йәштәр фәнни конференцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

27 октябрҙә Өфө дәүләт авиация техник  университетында Бөтә Рәсәй  “Мәүлит уҡыуҙары” йәштәр  фәнни конференцияһы башлана.

Өфө дәүләт авиация техник  университетының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был сара 2007 йылдан алып уҙғарыла һәм    университеттың фәнни эшмәкәрлеге һәм профессиональ уҡытыу  буйынса  бөтә йүнәлештәрен һәм белгестәрен йәлеп итә. Конференция билдәле ғалим, Рәсәй  фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, 1961 -1992 йылдарҙа ошо уҡыу йортоноң ректоры Рыфат Мәүлитов исеме менән аталған.

Шуны әйтергә кәрәк, быйыл “Мәүлит уҡыуҙары”  Бәләкәй предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының фәнни-техник өлкәһендә “Йәштәр фәнни–инновацион конкурсында  ҡатнашыусы” Программаһы буйынса аккредитация алды.

Өфө форумында ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербург, Томск, Һамар, Ҡазан, Пермь, Рыбинск һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан килделәр. Республиканың  һәм Рәсәйҙең әйҙәүсе предприятиелары белгестәре, мәктәп уҡыусылары, студенттары һәм  аспиранттары 700-ҙән ашыу доклад менән сығыш яһаясаҡ. Егерме дүрт секцияның эшендә төрлө мәсьәләләр ҡараласаҡ.

“Мәүлит уҡыуҙары” йәштәр  фәнни конференцияһы ике көн дауамында барасаҡ. Форумда ҡатнашыусылар өсөн бай мәҙәни программа ла әҙерләнгән.

Теги: Мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть