Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфө районында сираттағы “Матбуғат байрамы” үтәсәк

Йәмғиәт

27 октябрҙә Өфө районының Алексеевка ауылында сираттағы “Матбуғат байрамы” үтәсәк, уны БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ ойоштора.

“Матбуғат байрамы”нда БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостан Журналистар союзының үҙәк зона берләшмәһен тәшкил иткән райондар (Бөрө һәм Благовещен ҡалалары, Ауырғазы, Архангел, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Өфө, Шишмә райондары) хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Бынан алдағыһындағы кеүек үк, “Матбуғат байрамы”на БР Федераль почта элемтәһе идаралығы – “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы вәкилдәре, республика гәзит һәм журналдары, ҡала, берләшкән һәм район киң мәғлүмәт саралары мөхәрририәттәре етәкселәре, партнерҙар саҡырылған.

“Матбуғат байрамы”н үткәреү урыны – район Мәҙәниәт йорто.

Сараның төп маҡсаты – халыҡҡа Башҡортостанда сығарылған күп һанлы матбуғат баҫмалары хаҡында мәғлүмәт биреү, яҙылыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итеү. Шуға күрә осрашыу сиктәрендә 2010 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу кампанияһын үткәреү тураһында һөйләшеү алып барыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть