9 декабрь, Йома

26 октябрь 2009 йыл, 15:44

400-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре хеҙмәтте һаҡлау буйынса уҡыу үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө дауалау-профилактика учреждениеларының 400-ҙән ашыу хеҙмәткәре хеҙмәтте һаҡлау буйынса уҡыу үтте. БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был мәғлүмәттәр Өфө һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ҡала комитетының IX отчет-һайлау конференцияһында килтерелде.

Конференция барышында профсоюз ҡала комитетының һуңғы биш йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды. Был ваҡыт эсендә Өфөлә 41 профсоюз ағзаһына өҙлөкһөҙ эш стажы аяҡҡа баҫтырылған, 42 медицина хеҙмәткәренә пенсия алыуҙа ярҙам күрһәтелгән.

Ошо уҡ осорҙа 177 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре торлаҡ шарттарын яҡшырта алған, шуларҙан 118 кеше социаль һәм хеҙмәт урынынан торлаҡ алған. Бынан тыш, йыл һайын ҡаланың дауалау-профилактика учреждениелары профкомдары тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең 1800 балаһын сәләмәтләндереүгә ебәрә.

Бөгөн, ҡатмарлы социаль-иҡтисади шарттарҙа эшләүгә ҡарамаҫтан, ҡала профсоюз комитеты үҙ ағзалары һанын һаҡлай алған. Уның составына, дөйөм алғанда, 19157 кешене берләштергән 58 ойошма инә.

темалар: профсоюздар