4 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2009 йыл, 15:20

“Атайсал” арт-проекты сиктәрендә Башҡортостандан ижади төркөм Пермь ҡалаһында булып ҡайтты

автор: Марина Шумилова

Уҙған ял көндәре “Атайсал” арт-проекты сиктәрендә Башҡортостандан  ҙур  ижади төркөм  Пермь ҡалаһында  булып ҡайтты. Ноябрҙә беҙҙең республикала  үтәсәк Пермь башҡорттары көндәре алдынан Башҡортостандың  сәнғәт оҫталары унда ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны,  балалар республика сәнғәт конкурстары лауреаттары һәм дипломанттарының  ижади эштәре күргәҙмәһен асты.

Билдәле музыканттар һәм  халыҡ сәнғәте белгестәренең оҫталыҡ дәрестәре айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. РФ атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Азат Айытҡолов һәм Учалы сәнғәт  һәм мәҙәниәт училищеһы уҡытыусыһы Тәфтизән Зәйнышев ҡурайҙа уйнарға өйрәттеләр. Теләүселәр башҡорт думбыраһында  ( дәрестәрҙе  Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Гүзәл Үмәргәлина алып барҙы) һәм ҡубыҙҙа (Учалы сәнғәт  һәм мәҙәниәт училищеһы уҡытыусыһы Ғәрифә Кудрявая) уйнау нескәлектәрен үҙләштерҙе һәм  Учалы сәнғәт  һәм мәҙәниәт училищеһы уҡытыусыһы Юлия Зәйнышеванан башҡорт  халыҡ бейеүҙәрен отоп ҡалырға тырышты.  

Башҡортостан делегацияһы Пермь башҡорттары ҡоролтайына 34 башҡорт халыҡ   музыка ҡоралы (20 ҡурай һәм 14 ҡубыҙ), бөйөк башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев ижадына арналған   DVD дискылар, шулай уҡ  дөйөм суммаһы 30 меңдән ашыуға уҡыу- методик һәм ноталар әҙәбиәте бүләк итте.

Әйткәндәй, быйыл  “Атайсал” арт-проекты Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булды