11 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2009 йыл, 15:05

Торлаҡ төҙөлөшөнөң иң түбән үҙҡиммәте – Башҡортостанда

автор: Ольга Горюнова

Быйылғы туғыҙ айлыҡ йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында торлаҡ төҙөлөшөнөң иң түбән үҙҡиммәте Башҡортостанда теркәлгән.

Мәҫәлән, Дәүләт статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, торлаҡтың бер квадрат метрын төҙөүҙең уртаса үҙҡиммәте республикала – 22 581 һум, Марий Иле  Республикаһында – 26 776 һум, Мордовия Республикаһында — 26 223 һум, Татарстан Республикаһында –  23 405 һум, Удмурт Республикаһында — 35 705 һум, Сыуаш Республикаһында — 25 062 һум, Пермь крайында — 32 520 һум, Киров өлкәһендә — 24 981 һум, Нижегородка өлкәһендә –  37 320 һум, Ырымбурҙа — 24 278 һум, Пензала — 22 966 һум, Һамарҙа — 22 789 һум, Һарытауҙа — 24 070 һум, Ульяновск өлкәһендә 25 714 һум тәшкил итә.

Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрәйек, быйыл Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә ун миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде.

темалар: төҙөлөш