4 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2009 йыл, 14:24

Бөрө районында спорт туризмы буйынса РФ-ның асыҡ кубогы үтәсәк

автор: Дмитрий Селезин

26-28 октябрҙә Бөрө районының  “Урман”  туристик базаһында спорт туризмы буйынса судьяларҙың  Бөтә Рәсәй  семинары үтәсәк. Семинар тамамланыу  менән, 29 октябрь – 3 ноябрҙә,  ошонда уҡ  Константин Хомяков иҫтәлегенә спорт туризмы буйынса VI-се асыҡ Рәсәй  Кубогы ярыштары үткәреләсәк.

Семинар һәм ярыштарҙың ойоштороусылары —  БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, БР Туристик — спорт союзы  менән берлектә  Рәсәй Туристик — спорт союзы.  

темалар: Спорт туризмы