2 декабрь, Йома

26 октябрь 2009 йыл, 12:31

Иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эштәре авторҙарының исемдәре аталасаҡ

автор: Лиә Нәғимова

Башҡортостан Республикаһы фәнни ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары аспиранттарының ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында еңеүселәр исемдәре 28 октябрҙә иғлан ителәсәк. Уны ойоштороусылар – БР Фәндәр академияһы һәм Гуманитар тикшеренеүҙәр институты менән берлектә БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы.

Ойоштороусылар аңлатыуынса, был конкурстың төп маҡсаты – Башҡортостан фәнни ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлектә уҡыусы, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнеүсе 30 йәшкә тиклемге аспиранттарына ярҙам итеү.. Быйыл ул икенсе тапҡырына үткәрелә. Былтырғы менән сағыштырғанда унда ҡатнашыусылар һаны ла һиҙелерлек артты: 2008 йылда 15 булһа, быйыл 42 тикшеренеү эше тәҡдим ителде.

Аспиранттарҙың эшен комиссия баһаланы, уның составына профессорҙар, фән докторҙары, шулай уҡ фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары инде.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы шаршамбы көнө БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығында үткәрелә.