6 декабрь, Шишәмбе

26 октябрь 2009 йыл, 12:06

Төҙөүселәр инновацион технологияларҙы һайлай

автор: Ольга Горюнова

Башҡортостан үҙенең инновацион технологияларҙы һайлауын раҫланы. Был турала БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының сәнәғәт һәм социаль тәғәйенләнештәге объекттар төҙөлөшөндә инновацион технологияларҙы файҙаланыуға арналған кәңәшмәһендә әйтелде. Кәңәшмәлә дәүләт учреждениелары етәкселәре, министрлыҡтар, ҙур төҙөлөш һәм проект компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.

Министрҙың беренсе урынбаҫары Рәмил Хәлимов юғары сифатлы төҙөлөш материалдарын дөрөҫ һайлауҙың мөһимлегенә иғтибар йүнәлтте. Бигерәк тә төҙөлөштәге заманса технологиялар тураһында белеү зарурлығы, сифатлы материалдар һәм уларҙы етештереүселәр тураһында тулы ентекле мәғлүмәт булдырыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Министр урынбаҫары Урал Ураҡсин төҙөлөш тармағында сифатлы материалдарҙы файҙаланыу мөһимлеге тураһында һөйләне. Алдынғы төҙөлөш технологиялары, заманса материалдар, тәьмин итеүсе менән оҙайлы хеҙмәттәшлек, компания имиджы тураһында хәстәрлек – былар барыһы ла ҡуйылған маҡсатҡа һәм көтөлгән иҡтисади һөҙөмтәгә өлгәшеүгә булышлыҡ итеүсе төп факторҙар булараҡ билдәләнде.

Башҡортостан Республикаһының фасад материалдары баҙарын үҫтереү тенденциялары һәм перспективалары менән Эксперт фасад төҙөлөшө ғилми үҙәге рәйесе Илдар Садиҡов таныштырҙы.

темалар: төҙөлөш