8 декабрь, Кесе йома

26 октябрь 2009 йыл, 11:01

Республиканан студенттар Ҡаһирәгә уҡырға китте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостандан БР мосолмандарының Диниә назараты йүнәлтмәһе буйынса Египетта Әл-Әзһәр Халыҡ-ара ислам университетында дини белем алыусы студенттар Ҡаһирәгә имен-аман килеп етте.

БР мосолмандары Диниә назараты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡаһирәлә бөгөн республикабыҙҙан 50 шәкерт уҡый. Уларҙың дүртәүһе университеттың төрлө факультеттарына быйыл уҡырға инде. Университетта электән уҡыған йәштәрҙең күбеһе йәй көнө Башҡортостан райондарында практика үтте һәм үҙҙәре тураһында тик ыңғай ғына фекер ҡалдырҙы. Имамдар уларға яҡшы характеристика яҙып бирҙе.

темалар: дин