9 декабрь, Йома

26 октябрь 2009 йыл, 10:41

Башҡорт-төрөк дуҫлығы йәмғиәте ойошторолдо

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Өфөлә, Башҡортостан Республикаһының Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында Башҡорт-төрөк дуҫлығы  йәмғиәтенең ойоштороу конференцияһы үткәрелде. Уның эшендә Башҡортостан һәм Төркиәнең власть органдары, йәмәғәтселек, эшлекле даирәләр вәкилдәре, билдәле фән, мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Конференцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән республика Президенты Мортаза Рәхимов тәбрикләү хаты ебәрҙе. Уны Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев уҡып ишеттерҙе.

"130-ҙан ашыу милләт тыныс һәм татыу йәшәгән республикабыҙ күршеләрсә изге мөнәсәбәттәргә һәр ваҡыт асыҡ. Беҙ Рәсәйҙең бөтә төбәктәре һәм 100-гә яҡын сит илдәр менән тығыҙ иҡтисади һәм мәҙәни мөнәсәбәттәр урынлаштырғанбыҙ, — тиелә, атап әйткәндә, тәбрикләүҙә. — Башҡортостан менән Төркиәне лә ижтимағи тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә ныҡлы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Байтаҡ берлектәге перспективалы проекттар тормошҡа ашырыла”.

Башҡортостан Президенты, Башҡорт-төрөк дуҫлығы йәмғиәте эшмәкәрлеге Башҡортостан менән Төркиә халыҡтары араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә этәргес бирәсәк, мәҙәниәтте, йолаларҙы һәм үҙенсәлектәрҙе һаҡлауға, хәҙерге глобалләштереү шарттарында милли-мәҙәни сәйәсәтте камиллаштырыуға булышлыҡ итәсәк, тигән ышаныс белдерҙе.

Төркиә Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһындағы хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев һөйләне. Был хеҙмәттәшлектең тарихи тамырҙары бөйөк мәғрифәтсе һәм шағир Мифтахетдин Аҡмулла һәм башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусы, ғалим-шәрҡиәтсе Әхмәт-Зәки Вәлиди исемдәре менән бәйле булыуына күрһәтеп, ул күп йылдар инде республикалар араһында әүҙем сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр, төҙөлөш, нефтехимия, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек үҫешеүен билдәләне.

Илдус Илешев фән, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә мөнәсәбәттәрҙең үҫеше, Башҡортостан Республикаһының Төркиәләге Мәҙәниәт көндәренә әйләнгән һабантуйҙар, Истанбулда Башҡорт этнографияһы йорто асыу тураһында ла телгә алып уҙҙы.

Ойоштороу конференцияһында башҡа ҡатнашыусыларҙың сығыштарынан һуң Башҡорт-төрөк дуҫлығы йәмғиәтенең маҡсаттары һәм бурыстары тураһында ғариза проекты нигеҙ итеп ҡабул ителде. Ул конференция һайлаған редакция комиссияһы тикшереп еренә еткергәндән һуң гәзит биттәрендә баҫылып сығасаҡ. Һуңынан ойошманың 47 кешенән – Рәсәй һәм Төркиә граждандарынан торған Консультация советы һайланды.

Башҡорт-төрөк дуҫлығы йәмғиәте рәйесе итеп Илдус Илешев һайланды. Ойоштороу конференцияһында ҡатнашыусыларға ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдереп, ул, яңы йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан һәм Төркиә халыҡтарының сәскә атыуына һәм прогресына булышлыҡ итәсәк, тигән ышаныс белдерҙе.