Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

"Урал сәнәғәт форумы" үтәсәк

Иҡтисад

27 октябрҙән 30-ына тиклем Өфө Спорт һарайында “Урал сәнәғәт форумы” үтәсәк. Уның сиктәрендә «Иретеп йәбештереү һәм контроль», «Металл эшкәртеү: станоктар, инструмент, технологиялар» һәм «Ағас эшкәртеү. Йорт һалыу» төбәк-ара махсус күргәҙмәләре ойошторолған. «БашЭКСПО»ның был проекты быйыл яңы форматта бирелгән, шулай ҙа ул ун ике йыл буйына инде уңышлы ойошторолоп киленә. Һис шикһеҙ, бөтә өс сара бер-береһен тулыландыра.

Башҡортостан илдең иң үҫешкән сәнәғәт төбәктәренең береһе булып тора. Әммә бөгөн милли продукцияны эске һәм тышҡы баҙарҙарға үткәреү өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға һәм ватан машиналар эшләү, ағас эшкәртеү һәм иретеп йәбештереү тармаҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашырға кәрәк.

Быйылғы проектта Мәскәү, Санкт–Петербург, Екатеринбург, Пермь, Киров, Ҡазан, Рязань, Түбәнге Новгород, Силәбе, Брянск, Ульяновск, Новосибирск,Краснодар, Волгоград һәм  Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан 80-дән  ашыу етештереүселәр ҡатнашасаҡ. Сәнәғәттең төрлө тармаҡ белгестәре был күргәҙмәләрҙә яңы тауарҙар һәм өлгөләр менән танышасаҡ.

Традиция буйынса форум сиктәрендә “Рәсәйҙең иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе – 2009” конкурсы үткәреләсәк.

Белгестәр күҙаллауынса, “Урал сәнәғәт форумы”  илебеҙҙәге  машиналар эшләү, иретеп йәбештереү һәм ағас эшкәртеүҙең иң яҡшы эшкәртмәләрен, был тармаҡтарҙың үҫешендә инновацион  юлдың өҫтөнлөктәрен күрһәтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть