8 декабрь, Кесе йома

23 октябрь 2009 йыл, 17:25

Башҡорт дәүләт педагогия университеты юғары сифатлы белем бирә

автор: Эльмира Сабирова

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сертификациялау буйынса  “РЕГИОНСЕРТ” органы  тикшереүен  уңышлы үтеп, вуздың сифат менеджменты системаһының  уҡытыу эшмәкәрлегенә  ҡарата ГОСТ ИСО 9001-2008  талаптарына тап килеүен раҫлаусы Сертификат алды. Был документ өс йылға иҫәпләнгән.

Әйткәндәй, республиканың   юғары уҡыу йорттары араһында  Башҡорт дәүләт педагогия университетына бындай сертификат  беренселәрҙән булып бирелә. Рәсәй кимәлендә лә сертификатлы вуздар күп түгел.

БДПУ-ның уҡытыу эштәре буйынса проректоры Максим Михайлов әйтеп үтеүенсә, республиканың алдынғы уҡыу йортонда бирелгән белемдең юғары  сифатлы хаҡында һөйләй.

темалар: Мәғариф