6 декабрь, Шишәмбе

23 октябрь 2009 йыл, 16:48

Өфөлә православие модаһы фестивале үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

24 октябрь М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты Өфө филиалының концерт-театр залында православие модаһы фестивале үтәсәк.

— Бындай фестиваль үткәреү  тураһында күптән уйлай инем . — тине был сараны ойоштороусы, ”Александр Невский”  хәрби-патриотик клуб директоры Виктор Иванов. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  ҡайһы ваҡыт беҙҙең ҡатын–ҡыҙҙарыбыҙҙың өҫ кейемдәре күңелгә ятышлы  булмай. Ошо фестиваль аша  беҙ уларға  тәбиғәт тарафынан  ни тиклем  матурлыҡ, нескәлек һәм наҙ  һалынғанын күрһәтер инек.

Ҡунаҡтарға  50-нән ашыу  көндәлек һәм байрамса моделдәр күрһәтеләсәк. Әйткәндәй, күлдәктәр, итәктәр  һәм блузкаларҙың барыһы ла ҡулдан  тегелгән. Һәр бер әйберҙең шәхси стиле булғас,  уларҙы  эксклюзив тиергә була.

Виктор Иванов һүҙҙәренсә,   фестивалгә сығарыласаҡ өлгөләр ҡара төҫтәге формаһыҙ балахондар түгел. Киреһенсә, заманса  фасондарҙы һәм мода йүнәлештәрен иҫәпкә алынып тегелгән зауыҡлы әйберҙәр.

темалар: Фестивалдәр