10 декабрь, Шәмбе

23 октябрь 2009 йыл, 16:31

Яҙыусылар союзы бинаһын асыу тантанаһы үтте

автор: Любовь Колоколова | фото: Андрей Старостин

Коммунистик урамындағы Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһын капиталь ремонттан һуң асыу был ижади союздың 75 йыллығына ҡарата бик яҡшы бүләк булды. Бында Яҙыусылар союзы 60-сы йылдарҙан башлап үҙ ултырыштарын үткәргән. Ваҡыт үтеү менән бина бик ныҡ иҫкергән һәм тамырынан яңыртыуға мохтаж булған. Республика Президенты һәм Хөкүмәте бойороғо буйынса, ниһайәт, быға ирешелде лә.

БР Яҙыусылар союзы урынлашҡан бина Өфөнөң иҫтәлекле урындары иҫәбенә инә. Был дәүләт һағына алынған архитектура ҡомартҡыһы. Элек ул Өфө байҙарының береһенеке булған, һуңынан бында коммуналь торлаҡ урынлашҡан, ә ҡайтанан планлаштырғандан һуң йорт әҙәбиәтселәр ҡарамағына тапшырылған.

Бөгөн мөһим ваҡиға айҡанлы БР Яҙыусылар союзының яңыртылған резиденцияһы эргәһендә яҙыусылар ойошмаһы, йәмәғәтселек вәкилдәре, Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре, журналистар йыйылды.

Бинаны асыу тантанаһында Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Ольга Ижбульдина, Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов, шулай уҡ республика Яҙыусылар союзының 75 йыллығына һәм Мостай Кәримдең 90 йыллығына ҡарата ойошторолған Рәсәй Яҙыусылар союзы секретариаты күсмә ултырышына килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында — Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Геннадий Иванов, идара секретарҙары Йәмил Мостафин, Ринат Харисов, Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Илфат Ибраһимов, Дағстан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Магомед Ахмедов, Марий Иле Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Василий Крылов, сыуаш шағиры Валерий Тургай һәм башҡалар. Ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы башҡорт йолаһы буйынса сәк-сәк һәм ҡымыҙ, ҡурай моңдары һәм халыҡ бейеүҙәре менән ҡаршы алдылар.

Рауил Бикбаев, Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәте тырышлығы менән бинаны эске яҡтан да, тышҡы яҡтан да ошондай камил ремонтлауға өлгәшелде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хәҙер яҙыусылар заманса, уңайлы шарттарҙа рәхәтләнеп эшләй, үҙ ижади мәсьәләләрен тикшерә аласаҡ.

Геннадий Иванов быны урындағы әҙәбиәтселәрҙең эшмәкәрлегенә ҙур ихтирам тураһында раҫлаусы факт тип атаны.