7 декабрь, Шаршамбы

23 октябрь 2009 йыл, 15:25

Республика ҡышты ҡаршылауға әҙер

автор: Марият Артюхова

Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек график буйынса алып барыла. Бөгөн был хаҡта “Интерфакс” агентлығында БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Гемань Әсәҙуллин һөйләне.

Ведомство  башлығы һүҙҙәре буйынса, республика Хөкүмәте ҡышҡа әҙерлекте 1 сентябргә тамамлауҙы бурыс итеп ҡуйған. Быйыл коммуналь тармаҡта  әҙерлек эштәренә 1,7 миллиард һум тотонолған. Әгәр үткән йылдарҙа техника һатып алыу өсөн 10- 20 миллион һум бүленһә, быйыл федераль бюджет ярҙамы менән 332 миллион һум киткән.  284 миллион һумлыҡ 162 берәмек техника ҡайтарылған да инде.

Һуңғы йылдарҙа  Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды буйынса ла байтаҡ эш күләме башҡарылған. Мәҫәлән, быйыл фонд программаһына ярашлы 537 торлаҡ йорт тәртипкә килтереләсәк.

Журналистарҙың министр менән әңгәмәһе ҡышҡа әҙерлек темаһы менән генә сикләнмәне. Матбуғат саралары  вәкилдәрен ведомствоның башҡа өлкәләрендәге хәлдәр ҙә ҡыҙыҡһындырҙы. Мәҫәлән, республика халҡы  торлаҡ йорттарҙа алып барылған ремонт тураһында ниндәй фекерҙә. БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Гемань Әсәҙуллин  билдәләүенсә, халыҡ ,ниһайәт, өйҙә кем хужа икәнлеген аңлаған. Ремонт эштәренең сифатына ҡала халҡы  һуңғы ваҡытта ныҡ иғтибар итә. Был иһә, үҙ сиратында, “ауырыу” урындарҙы асыҡларға ярҙам итә. Әлбиттә, бергәләшеп эшләгәс, һөҙөмтәләр яҡшы. Төбәктә ремонт буйынса ирешелгән уңыштар иғтибарһыҙ ҡалманы.  Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды  бонус рәүешендә өҫтәмә средстволар бүлергә ниәтләнә. Әлегә уның күләме лә, сроктары ла  билдәле түгел. Шулай ҙа кисәге селектор кәңәшмәһендә Фондтың генераль директоры Константин  Цицын әйтеп үтеүенсә, нимә эшләп аҡса бирмәҫкә.

Тағы ла  мөһим һорауҙарҙың береһе –  ян-яҡтан  субсидиялау.  2011 йылға ул бөтөнләй   тамамланырға тейеш.Республиканың ун районында һәм Күмертау  ҡалаһында был эшләнгән дә инде. Коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрҙең хаҡтары  артыуын  тарифтарҙы күтәреү тигәнде аңлатмай – халыҡ ошоно аңлаһын ине. Халыҡ өсөн тарифтарҙың ни бары өс процент ҡына тәшкил иткән совет замандарын оноторға ваҡыт. Бөгөн республикала йәшәүселәр хеҙмәтләндереүҙәр хаҡының 82 процентын ғына ҡаплай.

Матбуғат конференцияһында  БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Дамир Акамов та ҡатнашты.