Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

23 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов генерал Лобов менән осрашты

Сәйәсәт

темы: автор:

23 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов армия генералы, билдәле хәрби начальник Владимир Лобов менән осрашты.

Осрашыуҙа республиканың ижтимағи-сәйәси, иҡтисади һәм социаль үҫеш мәсьәләләре ҡаралды. Мортаза Рәхимов Владимир Лобовҡа Башҡортостанда йәштәрҙе армияла хеҙмәт итеүгә әҙерләү буйынса үткәрелгән эштәр тураһында һөйләне. Шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы Көстәрен реформалаштырыу, ҡайтанан техник ҡоралландырыу һәм кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды.

Владимир Лобов республикалағы социаль үҙгәртеп ҡороуҙарҙы ыңғай баһаланы.

— Башҡортостанға килгән һайын мин республиканың яҡшы яҡҡа үҙгәрә барыуын күрәм. Райондарҙа социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Яңы күперҙәр, юлдар, мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөлә. Быларҙың барыһы ла халыҡ өсөн эшләнеүе шатландыра, — тине Владимимр Лобов.

***

Владимир Николаевич Лобов 1935 йылда Башҡортостан Республикаһының Борай ауылында тыуған. Хәрби юлды һайлап, ул ябай һалдаттан СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигына тиклем үрләй. В.Н. Лобов — тарих фәндәре кандидаты, хәрби фәндәр докторы, профессор, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, бик күп ғилми хеҙмәттәр авторы.

Теги: сәфәрҙәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть