Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика йәштәр хәрәкәте форумы үтәсәк

Йәмғиәт

Өфөлә, 3-сө гимназия базаһында, 28 октябрҙө Республика йәштәр хәрәкәте форумы үтәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Республика йәштәр хәрәкәтенең ВЛСКМ-дың 90 йыллығына арналған беренсе форумы былтыр октябрҙә үткәрелгәйне. Ул саҡта сара сиктәрендә власть, бизнес органдарының һәм коммерция булмаған ойошмаларҙың балалар һәм йәштәр хәрәкәтен үҫтереүҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү темаларына проект төҙөү оҫтаханалары һәм һөйләшеү майҙансыҡтары ойошторолғайны. Быйылғы форумда йәштәр сәйәсәте органдары етәкселәре, республика район һәм ҡалаларының координацион советтары вәкилдәре, шулай уҡ Республика йәштәр хәрәкәте составына ингән балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре ағзалары ҡатнашасаҡ.

Программала бер нисә тематик майҙансыҡтың эше планлаштырылған: “Республика йәштәр хәрәкәте – урындағы үҙидара партнеры. Республика йәштәр хәрәкәтенең урындағы үҙидара мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашыу перспективалары һәм мөмкинлектәре”, “Йәштәрҙең социаль практикаһы. Үҫеш перспективалары”, “Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берләшмәләре лидерҙарын һәм етәкселәрен һөнәри әҙерләү”.

Форумда шулай уҡ муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында Республика йәштәр хәрәкәтенең 2009 йылдағы эшенә йомғаҡ яһаласаҡ һәм 2010 йылға бурыстар билдәләнәсәк.

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть