Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

БДУ-ла “Вуздың 100 йыллығына – 100 изге эш” акцияһы башланды

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетында  “Вуздың  100 йыллығына – 100 изге эш” акцияһы башланды. Уның сиктәрендә БДУ студенттары һәм уны тамамлаусылар ауыл мәктәптәренә сығып,  уҡыусыларға юғары уҡыу йортоноң тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында  һөйләйҙәр. “Башинформ” агентлығына БДУ-ның матбуғат үҙәге етәксеһе Наталья  Никерина хәбәр итеүенсә, бындай осрашыуҙар мәктәп уҡыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Бынан тыш университеттың ижади коллективтары балалар йорттарында ла сығыш яһаясаҡ. Мәҫәлән, Хоҡуҡ институты студенттары Чесноковка балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн концерт программаһы әҙерләй,  ә буласаҡ философтар һәм социологтар Өфө ҡалаһының 9-сы һанлы балалар йортона барырға йыйына.

Үткәреләсәк саралаҙың барыһы ла юғары уҡыу йортоноң 100 йыллығына арналған.

Был осор эсендә вуз тарафынан 113200 белгес әҙерләнгән. Бөгөн университетта 27 меңгә яҡын студент белем ала.

Теги: Юбилейҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть