10 декабрь, Шәмбе

23 октябрь 2009 йыл, 13:22

Эшлекле даирәләр делегацияһы Австрияға юлланды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың эшлекле даирәләр делегацияһы был көндәрҙә эш сәфәре менән Австрияға, Вена ҡалаһына, юлланды. Был Рәсәй эшҡыуарҙарының технологиялар артынан Европаға икенсе “походы” инде.

Сараны ойоштороусы – Австрия-Рәсәй бизнес-ассоциацияһы менән берлектә “Рәсәй терәге” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Европалағы вәкиллеге.

Сәфәр маҡсаты – ауыл хужалығында, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, шулай уҡ альтернатив энергетика һәм энергия һаҡлау өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Австрия тәжрибәһен өйрәнеү.

“Рәсәй терәге” Башҡортостан төбәк бүлексәһе хәбәр итеүенсә, сәфәр барышында делегация ағзалары Австриялағы ауыл хужалығын һәм альтернатив энергетиканы  үҫтереүгә ярҙам итеү буйынса дәүләт программалары, ауыл хужалығын финанслау сығанаҡтары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты яҡлау механизмдары, шулай уҡ Австрияның инвестицион мөмкинлектәре менән таныша аласаҡ. Улар Австрияның ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәһендә эшләүсе, шулай уҡ альтернатив энергетика өлкәһендәге төп предприятиеларына барасаҡ.

“Рәсәй терәге” Башҡортостан төбәк бүлексәһе  делегацияһы составына уның рәйесе Раил Собханҡолов, Салауат бүлексәһе етәксеһе Михаил Васильев, Туймазы бүлексәһе етәксеһе Лилия Комарова, төбәк бүлексәһе  ағзалары Ришат Ғәлиев, Алексей Волошенков, Ирек Баҡыев, Алексей Щербацкий һәм Анатолий Бондарук инде.