3 декабрь, Шәмбе

23 октябрь 2009 йыл, 12:21

Өфө ҡыҙы – ярым марафон буйынса донъя чемпионатының “бронза” призеры

автор: Лиә Нәғимова

Өфө спортсыһы, баш ҡала буйынса Эске эштәр идаралығы 7-се милиция бүлегенең (Совет районы) патруль-пост хеҙмәте милиционеры Эльза Кирәева ярым марафон буйынса XVI донъя чемпионатында «бронза» миҙал яуланы. Ярыштар Англияның Бирмингем ҡалаһында үтте. Унда донъяның 40-тан ашыу иленән спортсылар ҡатнашты.

Ярыштарҙа беренсе урынды Кениянан йүгереүселәр яуланы, көмөш миҙалдар – Эфиопия йыйылма командаһында. Беҙҙең спортсылар ныҡышмалы көрәштә Япониянан һигеҙ секундҡа алғараҡ сығыуға өлгәште.

— Милиция  сержанты Эльза Кирәева өсөн спорт тормошондағы төп мауығыу булып тора, – тип һөйләне «Башинформ» агентлығына БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Наталья Трутнева. – Мәктәпте тамамлағас, ул физик культура факультетында уҡый. Шул саҡта уҡ уҡытыусылар нәфис ҡыҙҙа чемпион потенциалы күрә.

Шул ваҡыттан алып Эльза көн һайын күнекмә яһай һәм 10-15-әр километр араны йүгереп үтә. Уның ял итергә ваҡыты ла юҡ – алда яңы ярыштар. Ноябрҙә үк Өфө спортсыһы Рәсәй йыйылма командаһы составында Японияға «Экиден» эстафетаһы буйынса чемпионатҡа юлланасаҡ.