Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһы асылды

Сәйәсәт

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортоноң Ҙур залында, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы асылды. Унда партияның бөтә урындағы бүлексәләренән 400-ләп делегат ҡатнаша. Конференцияла Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы, йәмәғәт ойошмаларының Консультатив советы рәйесе Сергей Лаврентьев ҡатнаша.

Конференцияла партия Программаһының яңы редакцияһы, партия Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр, шулай уҡ финанс-иҡтисади көрсөк осоронда төбәк һәм урындағы бүлексәләрҙең эшмәкәрлеге тикшереләсәк. Партия форумы XI съезға делегаттар һайлаясаҡ, төбәк Политсоветы һәм уның Президиумы ағзаларын өҫтәп һайлау үткәреләсәк.

Теги: партиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть