Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Рәсәй төбәктәрендә йәшәүселәр Башҡортостанда дауаланыуҙы өҫтөн күрә

Йәмғиәт

Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр медицина ярҙамы һорап Башҡортостан Республикаһы мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы дауалау учреждениеларына торған һайын йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Был турала күрһәтелгән медицина хеҙмәтләндереүе өсөн БР мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә башҡа фондтарҙан килгән иҫәп-хисап суммалары раҫлай.

Мәҫәлән, 2009 йылдың 9 айында республика дауаханалары һәм стационарҙары Башҡортостан Республикаһынан ситтә страховкаланған пациенттарҙы дауалауҙа өҫтәмә рәүештә 188,9 миллион һум аҡса эшләне. 2008 йылдың шул уҡ осоронда Башҡортостан Республикаһының дауалау-профилактика учреждениелары ситтән килеүселәрҙе дауалаған өсөн 89,9 миллион һум аҡса алған. БР мотлаҡ медицина страховкаһы фондында, медицина ярҙамы һорап йышыраҡ Мәскәүҙә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Силәбе, Ырымбур, Һамар, Свердловск өлкәләрендә страховкаланыусылар мөрәжәғәт итә, тип билдәләнеләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть