9 декабрь, Йома

23 октябрь 2009 йыл, 11:16

Яр Саллы ҡалаһындағы башҡорт мәктәбенә 5 йыл тулды

автор: Марина Шумилова

Яр Саллы ҡалаһында  тәүге башҡорт мәктәбе 2004  йылдың сентябрендә 11-се һанлы урта мәктәп нигеҙендә асылғайны.  Бөгөн бында  беренсе  синыфтан башлап  юғары  синыф уҡыусыларына тиклем башҡорт телен өйрәнәләр.

Башҡортостан  делегацияһы мәктәптең  уҡытыусылар коллективын һәм уҡыусыларын иҫтәлекле дата менән ҡотлау өсөн  Яр Саллыға килде.  Уның составына  БР Мәғариф министрлығының  милли  мәғариф һәм төбәктәр хеҙмәттәшлеге бүлеге начальнигы Рәйсә Күзбәкова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы  башҡарма комитеты белгесе Азамат Сөләймәнов, 136-се һанлы башҡорт лицейы директоры Шәмсула Хәбибрахманов һәм ошо лицейҙың бер төркөм уҡыусылары инде.

Бөгөн мәктәптә  үтәсәк тантаналы йыйылышта Яр Саллы ҡалаһының “Шоңҡар” милли-мәҙәни автономияһы вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ. Беҙҙең республика делегацияһы мәктәпкә башҡорт  милли костюмдары, сувенирҙар, башҡорт телендә сыҡҡан балалар журналдары, башҡорт йырҙары яҙылған  компакт дискылар бүләк итәсәк.

Белешмә өсөн. Татарстанда, 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу күрһәткестәре буйынса, 15 мең башҡорт йәшәй. Улар үҙ халҡының тарихына, йолаларына һәм мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡарай, үҙ телендә һөйләшергә, халыҡ йырҙарын, дәртле башҡорт бейеүҙәрен башҡарырға теләп йәшәй. Милли үҙаңдың үҫеше, милли башланғыстарҙы тергеҙергә ынтылыу үткән  быуаттың  90-сы йылдарында республикала  башҡорт телен, башҡорттарҙың милли үҙенсәлеген һаҡлау өсөн  башҡорт йәмәғәт ойошмаларын ойоштороуға булышлыҡ итте.

Яр Саллы ҡалаһының “Шоңҡар” милли-мәҙәни автономияһы башҡорттарҙың  милли мәҙәниәтен, традиция һәм йолаларын үҫтереү, башҡорт телен өйрәнеү  буйынса әүҙем эш алып бара. Был ойошма Башҡортостан Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.