10 декабрь, Шәмбе

23 октябрь 2009 йыл, 10:58

Инновацион эшмәкәрлекте яҡтыртыу буйынса журналистар конкурсы еңеүселәре билдәләнде

автор: Людмила Кузьмина

Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында инновацион эшмәкәрлек мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыуға республика журналистар конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәләнде. Конкурс Башҡортостан Президенты Указы менән раҫланған 2008-2010 йылдарға Республика маҡсатлы инновацион программаһына ярашлы өсөнсө тапҡыр үткәрелә инде.

Конкурс БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостан Журналистар союзы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы тарафынан ойошторолдо. Белорет, Нефтекама, Туймазы, Өфө ҡалаларынан һәм Яңауыл районынан бөтәһе 15 авторҙың материалдары тапшырылғайны. Материалдарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң конкурс комиссияһы йомғаҡ яһаны.

Шулай итеп, “Баҫма киң мәғлүмәт саралары: республика гәзиттәре һәм журналдары — иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһеТатьяна Круглова еңеүсе тип танылды. Өсөнсө урын «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Рәшиҙә Мәхийәноваға бирелде.

“Баҫма киң мәғлүмәт саралары: район, ҡала һәм берләштерелгән гәзиттәр һәм журналдар — иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында беренсе урынға «Белорецкий рабочий» гәзите редакцияһы коллективы лайыҡ булды, икенсе урын — «Янаульские зори» гәзите редакцияһы коллективында, өсөнсө — «Красное знамя» (Нефтекама) гәзите редакцияһы коллективында.

«Ведомство, корпоратив гәзиттәр һәм журналдар — иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында “ӨМЭПБ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Моторостроитель» гәзите редакцияһы коллективы һәм «Вестник треста №21» гәзите билдәләнде.

«Электрон киң мәғлүмәт саралары (радио, телевидение, интернет-баҫмалар) — иң яҡшы редакция коллективы/журналист» номинацияһында беренсе урынды «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисад бүлеге күҙәтеүсеһе Любовь Колоколова яуланы. Икенсе урында -  «ӨМЭПБ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте радиожурналисы Надежда Зәйникәева.

Конкурс еңеүселәренә Башҡортостан Хөкүмәтенең I, II, III дәрәжә дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Бынан тыш, «Инновационный Башкортостан» фәнни-популяр журналы («Премьера» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) редакцияһы коллективына рәхмәт белдерергә ҡарар ителде.