7 декабрь, Шаршамбы

23 октябрь 2009 йыл, 10:14

Өфөлә Мостай Кәримдең хәтер кисәһе үтте

автор: Любовь Колоколова

Башҡорт дәүләт опера  һәм балет  театрында башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримгә  90 йәш тулыуға арналған хәтер кисәһе булып уҙҙы. Унда Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары, халыҡ шағирының  туғандары, йәмәғәтселек вәкилдәре, артистар һәм студенттар ҡатнашты.

Почетлы ҡунаҡтар араһында БР Президенты ҡарамағындағы  Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Мәскәү, Силәбе ҡалалары, Татарстан, Сыуаш, Марий Эл  республикаларынан килгән абруйлы ҡунаҡтар булды.

Хәбәр итеүебеҙсә,  БР Яҙыусылар союзының 75 йыллығына арналған  байрам сараларында  Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән  килгән билдәле  әҙиптәр ҡатнаша. Хәтер кисәһендә лә Рәсәй Яҙыусылар союзының ағзалары ҡатнашты. Улар араһында Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Геннадий  Иванов, идара секретарҙары Йәмил Мостафин, Ринат Харисов, Валерий Воробьев, Рамазан Шәғәлие, Татарстан республикаһы  Яҙыусылар союзы рәйесе Илфат Ибраһимов, Марий Эл  республикаһы  Яҙыусылар союзы рәйесе Василий Крылов һәм башҡалар.

БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев үҙенең сығышында Мостай Кәримдең  юбилейы  бөтә халыҡ байрамына  әйләнеүе тураһында әйтеп үтте. “Беҙҙең  данлыҡлы яҡташыбыҙ тураһындағы хәтер быуаттар буйына һаҡланасаҡ”. –   тине ул.

темалар: Юбилейҙар