Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Мостай Кәримгә 90 йәш тулыуға арналған күргәҙмә асылды

Йәмғиәт

Бөгөн баш ҡаланың  Мәжит Ғафури  йорт-музейында  Мостай Кәримгә 90 йәш тулыуға арналған “Ҡоштар осорам…” исемле күргәҙмә асылды. Күргәҙмә  БР Яҙыусылар союзының 75 йыллығына арналған  байрам саралары сиктәрендә асылды һәм шуға уны тантаналы асыуҙа БР Яҙыусылар союзы вәкилдәре һәм республика ҡунаҡтары – Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән  килгән билдәле  әҙиптәр ҡатнашты.

Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов бөгөнгө күргәҙмәнең Мәжит Ғафури йорт-музейында асылыуын осраҡлы түгел, тип иҫәпләй:

– Был йорт, был шәхес атайым өсөн  айырыуса  мәғәнәле  булды. Сөнки  Мәжит Ғафури һәм Ғабдулла Туҡайҙы ул үҙенең уҡытыусылары тип иҫәпләне, уларҙың әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән һәр ваҡыт  һоҡлана ине. Хәҙер бында, Мәжит Ғафури  рухы,  мираҫы  һаҡланған  изге йортта, Мостай Кәримдең  шәхси әйберҙәре  – китаптары, ҡулъяҙмалары, хаттары һәм фотографиялары күрһәтелгән. Атайым бының менән сикһеҙ ғорурланыр ине, тип уйлайым.

Күргәҙмәлә  Мостай Кәримдең фотографиялары күп урын алған. Шағир ғаиләһе, яҡын дуҫтары, билдәле шәхестәр менән бергә  төшкән фотолар ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ә инде  Мостай Кәримдең портреты  (Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Риф Абдуллин  эше) һәм   шағирҙың  видеопроекторҙан ағылған ҡабатланмаҫ тауышы күргәҙмәлә сихри “мостай”  атмосфераһы  тыуҙыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть