3 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2009 йыл, 17:03

Шаранда малсылыҡты үҫтереү перспективалары тикшерелде

автор: Марият Артюхова

Бөгөн республиканың Шаран районында Башҡортостандың малсылыҡ тармағының быйыл туғыҙ айҙағы эш йомғаҡтары тикшерелде. Малсылар шулай уҡ малды ҡышҡылыҡҡа ҡураға күсереү һәм дүртенсе кварталға бурыстар тураһында һөйләште. Зона республика кәңәшмәһендә  26 муниципаль райондан ауыл хужалығы идаралығы начальниктары, баш зоотехниктары, район-ҡала ветстанциялары начальниктары, хужалыҡтар етәкселәре, ведомстволағы ойошмалар етәкселәре һәм БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре ҡатнашты.

Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә тере мал, ҡош-ҡорт, ит һәм һөт продукттары индергәндә төп талаптар, ҡурала аҫрауға әҙерләнгәндә ветеринар-санитар саралар ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә етешһеҙлектәр тураһында һүҙ алып барылды.

Кәңәшмәнең ғәмәли өлөшөндө йыйылыусылар “Шаранагрогаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ит һәм һөт эшкәртеү буйынса мини-цехтарҙың, дүрт мең башҡа иҫәпләнгән сусҡасылыҡ комплексының һәм үҙәк һөтсөлөк фермаһының эше, халыҡтан һөт йыйыуҙы ойоштороу, уны “Шаран-һөт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә беренсел эшкәртеү һәп пакеттарға тултырыу, “Закир” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бәйләмәй аҫрау өсөн һыйыр аҙбарҙарын модернизациялау, һауыу залы ҡорамалдары менән танышты.

23 октябрҙә ошондай уҡ сара Сарауат районында үтәсәк.