7 декабрь, Шаршамбы

22 октябрь 2009 йыл, 16:53

БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ҡарамағындағы икенсе саҡырылыш Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһын ойоштороу башланды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ҡарамағындағы   2007 йылда ике йылға һайланған Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһының  вәкәләтлек срогы тамамланыу сәбәпле икенсе саҡырылыш  Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһын ойоштороу башланды.

Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә,   бөгөн БР Президенты һәм БР  Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай Президиумы күрһәткән Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһының 20 ағзаһын  БР  Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайы раҫланы. Палатаның тағы ла 15 ағзаһы йәштәр һәм балалар  йәмәғәт  берләшмәләре вәкилдәре араһында конкурс һөҙөмтәләре буйынса  билдәләнәсәк.

Йәштәр һәм балалар  йәмәғәт  берләшмәләренең Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһына үҙ вәкилдәрен индерергә теләк белдергән ғаризалары  21 октябрҙән 30 октябргә тиклем ҡабул ителәсәк.