10 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2009 йыл, 16:22

“Урал-Волга буйы этностары һәм мәҙәниәттәре” коференцияһы үтә

автор: Марина Шумилова

Өфөлә йәш ғалимдарҙың “Урал-Волга буйы этностары һәм мәҙәниәттәре: тарих һәм хәҙерге заман” III Бөтә Рәсәй конференцияһы үтә. Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих-филология фәндәре бүлексәһе ярҙамында конференцияны ойоштороусылар – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Йәш ғалимдар советы. Конференцияла ҡатнашыу өсөн Өфөгә Екатеринбург, Томск, Ырымбур, Ижевск, шулай уҡ Бөрө, Нефтекама, Сибай ҡалаларынан йәш ғалимдар килде.

Ғалим йәштәр форумын асып, Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры Айһылыу Юнысова, институттың йәш ғалимдарының фәнни конференцияларҙа – Икенсе Кузеев уҡыуҙарында (апрель 2009, Өфө), этнограф һәм антропологтарҙың VIII съезында (июль 2009, Ырымбур) ҡатнашыуы, шулай уҡ әлеге конференцияны үҙ аллы үткәреүҙәре үҙ ғилми эштәре һөҙөмтәләрен халыҡҡа еткереү, ижади фекерҙәре менән уртаҡлашыу мәктәбе, үҙ тикшеренеү һәм ойоштороу мөмкинлектәрен һынап ҡарау булып тора, шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙың юғары фәнни ҡеүәтен дә раҫлай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Төмән дәүләт университетының йәш уҡытыусыһы Елена Ермакованың Түбәнге Обь буйы коми-ижемдарының халыҡ медицинаһы традициялары тураһында автор коми-ижемдар йәшәгән төпкөл райондарҙа төшөргән уникаль видеоматериалдар күрһәтеп һөйләгән пленар доклады йыйылыусыларҙа сикһеҙ ҡыҙыҡһыныу уятты.

Төштән һуң секция ултырыштары башланды. Һуңынан конференцияла ҡатнашыусылар Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейына, “Нур” театрына барасаҡ.

Конференция материалдары менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Йәш ғалимдар советы көсө менән сығарылған докладтар йыйынтығында танышырға мөмкин.