5 декабрь, Дүшәмбе

22 октябрь 2009 йыл, 16:15

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

автор: Елена Макушина | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы  Президенты Мортаза Рәхимов республиканың  тағы ла 58  хеҙмәт  алдынғыһына республика һәм федераль кимәлдәге наградалар тапшырҙы.

– Һеҙҙең һәр берегеҙ  намыҫлы хеҙмәтегеҙ  менән Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. – тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. – Төбәктең именлеге, тотороҡло үҫеше һеҙҙең уңышлы эшегеҙгә бәйле бит.

Ысынлап та,  Рәсәйҙең башҡа субьекттары менән сағыштырғанда  беҙҙең республика яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Ләкин иң мөһиме  төбәктә дүртенсе ай рәттән тыуым күрһәткестәре үлемдекенән  юғарыраҡ килә, был иһә һаҡ оптимизмға сәбәп була ала.

Байтаҡ илдәрҙең иҡтисадын бөлгөнлөккә батырған  көрсөккә килгәндә, уның эҙемтәләре  Башҡортостанда  үтә һиҙелмәй. Республика башлығының әйтеүенсә, “намыҫлы  хеҙмәт иткән ерҙә көрсөк һиҙелмәй шул”.

БР Президенты Мортаза Рәхимов иң тәүҙә федераль кимәлдәге наградаларҙы тапшырҙы. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Указы менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы Эдуард  Ғәйфуллин һәм композитор Айрат Ҡобағошев   “Рәсәй Федерацияһының  аҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре”  тигән Почетлы исем менән наградланды.

Санкт-Петербург ҡалаһының башҡорт милли–мәҙәни автономияһы етәксеһе, шағирә Әлмирә Биҡҡолова Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.

– Химия фәндәре профессоры, шағирә, йырҙар һәм әҙәби әҫәрҙәр авторы, ул республиканан ни тиклем алыҫ йәшәһә лә, – тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы.– Башҡортостан менән бәйләнешен өҙмәй. Башҡорт милли–мәҙәни автономияһы етәксеһе булараҡ, ул башҡорт мәҙәниәтенең үҫешенә тос өлөш индерә.

Мәләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вәхитов та Салауат Юлаев ордены кавалеры булды. Малик Шакир улы оло награданы Мортаза Рәхимов  ҡулынан алғас, былай тине:

– Юлдар һалыу,мәғариф һәм һаулыҡ  һаҡлау обьекттарын төҙөү –  республика халҡының йәшәү кимәлен яҡшыртыу өҫтөнлөклө йүнәлеш тип алынған президентыбыҙ сәйәсәте нигеҙендә ята.

Наградалар тапшырыу церемонияһы ике сәғәткә яҡын һуҙылды. Бүләкләнгәндәр  үҙ сиратында республика башлығына дөрөҫ сәйәсәт алып барылғаны, имен тормошта йәшәгәндәре өсөн,Башҡортостандың һәм тотош илдең ҡеүәтен үҫтереүҙә уларҙың ҡаҙаныштарын танығаны өсөн ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.

– Дөйөм алғанда, республикала хәлдәр насар түгел.– тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. –  Иң мөһиме, 2010 йылда социаль тармаҡты тулы күләмдә финанслауҙы һаҡлап ҡалдыҡ. Сығымдарҙың 72 проценты социаль тармаҡҡа йүнәлтеләсәк.

темалар: Наградалар