4 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2009 йыл, 15:12

“ОЗНА” Благовещен арматура заводы өсөн ҡаҙанлыҡ эшләне

автор: Ольга Горюнова

«ОЗНА» компанияһы Благовещен арматура заводы өсөн ҡаҙанлыҡ әҙерләне. 1,3 МВт ҡеүәтле заманса «ОЗНА-Гелиос» ҡаҙанлығы Благовещен арматура заводының яңы производство майҙансыҡтарын йылылыҡ менән тәьмин итәсәк. Ҡаҙанлыҡта универсаль ҡатнаш горелка файҙаланылған, «Сименс» фирмаһы микропроцессор контроллерҙары нигеҙендә автоматлаштырылған идара итеү эштең ышаныслылығын һәм хәүефһеҙлек системаһын тәьмин итәсәк.

"ОЗНА" яңы объектта эш башлау һәм юлға һалыу эштәрен үҙенә ала, тип хәбәр иттеләр компанияның матбуғат хеҙмәтендә. Ҡаҙанлыҡ ҡулланыусыларға файҙаланыуға тулыһынса әҙер итеп тапшырыласаҡ.

темалар: сәнәғәт