9 декабрь, Йома

22 октябрь 2009 йыл, 14:49

Алкоголле продукция һатыуҙы лицензиялау тәртипкә һалына

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан ҡануниәтселәре, “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уның әйләнеше өлкәһендә эшмәкәрлекте юлға һалыу тураһында” БР Законын федераль закондар талаптарына тап килтереп, алкоголле продукция һатыуҙы лицензиялауҙы тәртипкә һала. “Алкоголь” законында үҙгәрештәр тураһында закон проекты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 18-се ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Индерелгән үҙгәрештәр тураһында Башҡортостан Республикаһының  Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм алкоголле продукцияның әйләнешенә һәм сифатына контроль буйынса идаралығы начальнигы Айбулат Хәйбуллин һөйләне.

Иң элек, закон алкоголле продукцияны ваҡлап һатыуға лицензия биреү, лицензияның ғәмәлдә булыу срогын оҙайтыу, лицензияны үҙгәртеп төҙөү өсөн түләү тәртибен һәм йыйымдар күләмдәрен билдәләүсе статья менән тулыландырылды.