3 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2009 йыл, 14:45

Өфөлә “Муницпаль берәмектәр эшмәкәрлегендә экологик аспекттар” семинары үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында 28 октябрҙә  “Муниципаль берәмектәр эшмәкәрлегендә экологик аспекттар” темаһына республика семинары үтәсәк. Сарала республиканың ҡала  округтары һәм муниципаль  райондары хакимиәттәренең  тирә-яҡ мөхитте  һаҡлау мәсьәләләрен  алып барған белгестәр ҡатнашасаҡ.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  семинар сиктәрендә тәбиғәтте һаҡлау сараларын үтәү  өлөшөндә  муниципаль берәмектәр  эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә баһа биреләсәкһәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.

темалар: Экология