Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәр институтын булдырыу мәсьәләһе тикшерелде

Сәйәсәт

20 октябрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Алексей Головань Волга буйы федераль округы төбәктәрендә бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдәр институтын булдырыу этаптарын һәм механизмдарын тикшерҙе.

Илдең һәр төбәгендә бындай институт булдырыу – ул дәүләт башлығы тарафынан ҡуйылған бурыс, шуға күрә Григорий Рапота менән Алексей Головань төбәк властарына был эштә бергәләп ярҙам итергә һөйләшеп килеште.

Бының өсөн бала хоҡуҡтары буйынса төбәк тулы хоҡуҡлы вәкиле тураһында махсус модель законы эшләнгән, ул тулы хоҡуҡлы вәкилдәргә эшләү өсөн төбәк ҡануниәт базаһын тиҙ арала булдырырға ярҙам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть