Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сәнәғәт предприятиелары араһында ӨМЭПБ алда бара

Иҡтисад

Быйыл туғыҙ айҙа Өфө предприятиелары 179 миллиард һумлыҡ үҙҙәрендә етештерелгән тауарҙар оҙатты, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарҙы, был уҙған йыл кимәленә ҡарата 82 процент тәшкил итә. Тотош ҡала буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 95 процент самаһы тәшкил итте. Был мәғлүмәттәр Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы эргәһендәге сираттағы кәңәшмәлә телгә алынды.

Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ҡайһы бер производстволарҙа һәм иҡтисад тармаҡтарында етештереү күләме үҫеше билдәләнде. Мәҫәлән, элеккесә “ӨМЭПБ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте алда бара, унда йыл башынан алып етештереү һәм продукция оҙатыуҙың арта барыу темптары һаҡлана. ”Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһы ярайһы уҡ тотороҡло эшләй, шулай ҙа 2008 йыл менән сағыштырғанда был заводтың күрһәткестәре бер ни тиклем кәмене, әлбиттә. “Башҡортостан троллейбус заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештереү күләмдәре һиҙелерлек үҫте.

Өфө тепловоз ремонтлау заводында, «Нефтегеофизика» фәнни-производство комплексы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, күҙалланыуынса, заказдар булмау арҡаһында күрһәткестәр былтырғы йыл кимәленән 50 проценттан ашмай. Профилһеҙ заказдар йәлеп итеү буйынса күрелгән саралар әлегә ыңғай һөҙөмтә килтермәй, тип билдәләнде кәңәшмәлә.

Дөйөм алғанда, сәнәғәт предприятиеларының финанс-иҡтисади хәле тотороҡлана. Һигеҙ айҙа туғыҙ миллиард һумлыҡ баланс килеме алынды, был ҡаланың бөтә предприятиелары һәм ойошмалары тарафынан алынған баланс килеменең 66 проценттан ашыуын тәшкил итә, тип хәбәр итә Өфө ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Теги: сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть