11 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2009 йыл, 10:58

Башҡортостанда профсоюз хеҙмәткәрҙәренең үҙ байрамы буласаҡ

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостанда тиҙҙән профсоюз хеҙмәткәрҙәренең үҙ байрамы барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 18-се ултырышында “Профессиональ союздар тураһында” Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон бик йылдам – беренсе һәм шунда уҡ өсөнсө уҡыуҙа – ҡабул ителде. Уның менән профессиональ байрам – Башҡортостан Республикаһының Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ул йыл һайын 12 ноябрҙә – 1948 йылда Өфөлә профсоюздарҙың беренсе Башҡортостан өлкә союз-ара конференцияһы үткән көндө билдәләнәсәк, тап унда Башҡортостан өлкә профсоюздар советы һайланған.

“Бөгөнгө көндә республика кимәлендә Профсоюздар федерацияһы 23 республика тармаҡ профсоюз ағзалары ойошмаһын берләштерә, улар 7074 беренсел профсоюз ойошмаһын хеҙмәтләндерә, — тип хәбәр итте депутаттарға БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов. – Бөтә беренсел профсоюз ойошмаларында иҫәптә торған профсоюз ағзаларының дөйөм иҫәбе – бер миллиондан ашыу, 140 меңдән ашыу профсоюз хеҙмәткәре уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итә”.

БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев йомғаҡ яһаны: совет власы ваҡытында 150 профессиональ байрам булған, хәҙер – 300-ҙән ашыу. Рәсәйҙә һәр көн тиерлек – байрам. Йөҙ депутаттан 88-е профсоюз хеҙмәткәрҙәре байрамы өсөн тауыш бирҙе, алтауһы – ҡаршы булды, алтауһы – икеләнде.