7 декабрь, Шаршамбы

22 октябрь 2009 йыл, 10:11

Мостай Кәрим әҫәрҙәре йыйынтығының беренсе томы сығасаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Ошо көндәрҙә Өфөлә Мостай Кәрим әҫәрҙәре йыйынтығының 3000 тираж менән беренсе томы баҫылып сығасаҡ. Уны Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов менән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Фирҙәүес Юнысова әҙерләне.

Илгиз Мостафа улы һөйләүенсә, Мостай Кәрим тере саҡта уҡ уның бер нисә әҫәрҙәр йыйынтығы сығарылған.

— Был күп томлыҡта әҫәрҙәренең тулыраҡ йыйынтығы биреләсәк, — тип аңлатты ул. – Атап әйткәндә, уның беренсе томына атайымдың 1934 йылдан 1969 йылға тиклем осорҙа яҙған шиғри әҫәрҙәре инәсәк.

Мөхәррирҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, Әҫәрҙәр йыйынтығының беренсе томы өҫтөндә эшләүе ярайһы уҡ ауыр ғына булған. Был авторҙың үҙ әҫәрҙәренең датаһын ҡуйыуға еңел ҡарауы, ҡайһы берҙә яҙылған айын ғына күрһәтеүе менән бәйләнгән. Бынан тыш, хәҙерге уҡыусыға теге йәки был әҫәрҙәре менән бәйле шағир ғүмере осороноң ҡайһы бер реалийҙарын аңлатып китергә кәрәк булған.

— Дөйөм алғанда, был редакторлау ғына түгел, фәнни эш тә һалынған Мостай Кәримдең беренсе баҫмаһы, — тине Илгиз Кәримов.

Күп томлыҡтың беренсе китабына ҡасандыр ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡҡан һәм унан һуң күренмәгән күп шиғырҙары инде. Нигеҙҙә, былар уҙған быуаттың 35-36-сы йылдарында яҙылған әҫәрҙәр.

— Уларҙың әһәмиәте шағирҙың таланты, донъяны танып белеүе үҫешеүенең ниндәйҙер стадияһын асыҡ күрһәтеүенә ҡайтып ҡала, ә был, минеңсә, бик ҡыҙыҡлы, — ти Илгиз Мостафа улы.