6 декабрь, Шишәмбе

21 октябрь 2009 йыл, 17:45

Мостай Кәримдең 90 йыллығына арналған театр фестивале тамамланды

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков

Өфөлә башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған республика театр фестивале тамамланды.  Фестивалде ябыу тантанаһы бөгөн БР Милли йәштәр театрында үтте. Унда БР Хөкүмәте  Премьер-министры урынбаҫары, БР Мәҙәниәт һәм милли  сәйәсәт министры Илдус Илешев, Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың  комитеты рәйесе Рауил Бикбаев, Мостай Кәримдең  ейәнсәре Тимербулат Кәримов  ҡатнашты.

БР Мәҙәниәт һәм милли  сәйәсәт министры Илдус Илешев, тантананы асып, былай тине:

—  20 октябрь республика халҡы өсөн үҙенсәлекле көн. Театр фестиваленең күренекле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, драматург һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  тап тыуған көнөндә  ябылыуына мин шатмын. Ә инде залдың уның ижадын һөйөүселәр менән шығырым тулыуын күреүе икеләтә шатлыҡ. Фестиваль ойоштороу осорон кисергәндә, беҙ барыбыҙ ҙа уның нисек үтер  икән, тип борсолғайныҡ. Бөгөн килеп күрәм, Мостай Кәримгә ҡағылышлы саралар юғары ойошҡанлыҡ менән үтә. Фестивалдә  республиканың бөтә театрҙары ҡатнашты, уларҙың һәр береһе Мостай Кәримдең әҫәре буйынса спектакль күрһәтте. Тамашасылар ҙа был спектаклдәргә ҙур теләк менән йөрөнө. Әҙиптең тормошона һәм ижадына булған мөнәсәбәттең иң сағыу күрһәткесе ошо түгелме?  

Тантанала ҡатнашыусы Тимербулат Кәримов 20 октябрҙең улар өсөн  ҙур ғаилә байрамы икәнлеген әйтеп үтте.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  олатайым тере саҡта алыҫ аралар арҡаһында йыш осрашманыҡ. —  тине ул. — Бөгөн мин уны шул тиклем йомшаҡ күңелле, йомарт, аҡыллы кеше итеп күҙ алдына килтерәм. Ошо сифаттарҙы уның әҫәрҫәрендә күреүемә, уның аҡыллы кәңәштәрен табыуыма мин бик тә шатмын.

темалар: Фестивалдәр