Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Иң яҡшы социаль рекламаға конкурс

Йәмғиәт

20 октябрҙән 18 декабргә тиклем Башҡортостанда иң яҡшы социаль рекламаға республика конкурсы үткәрелә. Сараның инициаторы булып БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сығыш яһаны.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың маҡсаты – Башҡортостан студенттарында һәм уҡыусы йәштәрендә сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү.

Конкурстың төп бурыстары: сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләүгә йүнәлтелгән социаль реклама яһау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өлкәһендәге инициативаларҙы тормошҡа ашырыуға йәштәрҙе ылыҡтырыу, йәштәрҙә һаулығын һаҡлау өсөн шәхси яуаплылыҡ тәрбиәләү.

Конкурс «Тышҡы реклама», «Видеореклама», «Аудиореклама», «Интернет селтәрендә иң яҡшы тематик сайт/бит» номинацияларында үткәрелә.  

Бәйге номинацияларының һәр береһендә еңеүселәр приздар менән бүләкләнәсәк. Конкурс эштәре Башҡортостан медицина профилактикаһы үҙәге дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына тапшырыласаҡ.

Белешмәләр өсөн телефон: 272-66-84, 272-84-02

E-mail:quzbcmp@mail.ru

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть