6 декабрь, Шишәмбе

21 октябрь 2009 йыл, 17:09

Төбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышы

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

20 октябрҙә Калуга ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Ултырышты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһы субъекттарында башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге мәсьәләләрен тикшерҙе.

Владимир Путин “яуаплылыҡтың төп зоналары” сифатында мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрен, шулай уҡ иҡтисадты үҫтереү, тулайым төбәк продукты үҫеше, эш урындарын һаҡлау һәм яңы эш урындары асыу өсөн шарттар булдырыуҙы атаны. Ул бюджет учреждениеларының эш сифатын яҡшыртырға, финанслауҙың заманса ысулдарын индерергә, артыҡ административ барьерҙарҙы бөтөрөргә саҡырҙы.

— Эске ресурстар һәм мөмкинлектәр эҙләү, яңы заманса технологиялар индереү иҫәбенә үҫешергә кәрәк, — тине Владимир Путин.

Федераль үҙәк яғынан ярҙам тураһында телгә алып, Хөкүмәт Рәйесе, 2010 йылда төбәктәргә финанс ярҙамы күләме 1,1 триллион һумдан ашып китәсәк, тип билдәләне.

Рәсәй Федерацияһы субъекттарының үҫеше тураһында төп доклад менән Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин сығыш яһаны. Кәңәшмәлә шулай уҡ Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова, мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко сығыш яһаны.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты төбәктәр үҫеше мәсьәләләренә үҙ баһаһын бирҙе. Атап әйткәндә, Мортаза Рәхимов башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү бөгөн ҙур әһәмиәткә эйә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Башҡортостан Президенты ил Хөкүмәте Рәйесенең субъекттар башлыҡтары менән ошондай форматта осрашыу үткәреүенең мөһимлеген айырып билдәләне.

Шул уҡ көндө Мортаза Рәхимов Өфөгә әйләнеп ҡайтты.