6 декабрь, Шишәмбе

21 октябрь 2009 йыл, 16:52

Башҡортостан парламентарийҙары 2010 йылға республика бюджеты тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың ун һигеҙенсе ултырышында  “2010 йылға  Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында” Башҡортостан Республикаһы  Законы беренсе уҡыуҙа һәм “2010 йылға  Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы республика фонды бюджеты тураһында”  Башҡортостан Республикаһы  Законы  ҡабул ителде.

БР Иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко    депутаттарҙы    2010 йылға һәм 2012 йылға тиклемге осорға Башҡортостан Республикаһының социаль — иҡтисади үҫешен күҙаллау проекты менән таныштырып үтте.  

Өсөнсө уҡыуҙа  “Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында”,  “Башҡортостан Республикаһының дәүләт вазифалары  тураһында ”  Башҡортостан Республикаһы   законының 5-се статьяһына, ” Башҡортостан Республикаһында ҡалалар төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында”,  “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”,  “ Башҡортостан Республикаһының музей фонды һәм музейҙары тураһында”  республика закондарына, БР-ҙың айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закондар ҡабул ителде.

Икенсе һәм шунда уҡ өсөнсө уҡыуҙа депутаттар һайлауҙар тураһында  Башҡортостан Республикаһы Кодексына,” Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” БР Законына, “Башҡортостан Республикаһында  ҡулланыусылар кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү һәм раҫлау тәртибе тураһында” БР Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында закондар проектын ҡабул итте.

Бюджет закондары проекттарынан тыш, депутаттар беренсе уҡыуҙа тикшергәндән һуң, тағы ла 14 закон  проекттарын хупланы.

Мәҫәлән, БР Президенты тәҡдим  иткән  “Башҡортостан Республикаһы  Хөкүмәте тураһында”  Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең эшмәкәрлеген контролләү вәкәләтен нығыта.

“Башҡортостан Республикаһында урындағы  үҙидара тураһында”  БР Законына  үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектында   муниципаль берәмек башлығын отставкаға ебәреү нигеҙҙәре һәм тәртибе өлөшөндәге   федераль ҡануниәткә инндерелгән үҙгәрештәр сағылдырылған.

“Башҡортостан Республикаһында референдум тураһында”  һәм “Башҡортостан Республикаһында  урындағы  референдум тураһында” БР Закондарына  үҙгәрештәр индереү закон проекттары дәүләт һәм үҙидара матбуғат сараларында ошо референдумдарҙың  мәсьәләләре буйынса агитациялау өсөн эфир ваҡыты һәм баҫма майҙан бирелеүе өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи яҡтан көйләй.

Профсоздар хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләүсе “ Профессиональ союздар тураһында”   Башҡортостан Республикаһы   Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында  закондар проекты беренсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде.