4 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2009 йыл, 15:47

Республика Хөкүмәтенең йыллыҡ отчеттары законлаштырыла

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан парламентының 18-се ултырышында “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында” БР Законына үҙгәрештәр индереүсе Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов индергән закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Үҙгәрештәрҙең асылы нимәгә ҡайтып ҡалыуы тураһында БР Президентының Дәүләт Йыйылышындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Альбина Воробьева һөйләне.

Закон проекты БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың БР Хөкүмәтенә ҡарата контроллек итеү вәкәләттәрен нығытыусы Башҡортостан Конституцияһына элек ҡабул ителгән төҙәтмәне тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Закон проектына ярашлы, БР Хөкүмәте үҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында, шул иҫәптән Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡуйылған мәсьәләләр буйынса ла, БР Дәүләт Йыйылышына йыл һайын отчеттар бирә. Был отчеттар шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында рәсми баҫып сығарылырға тейеш.