Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

“Далан” төркөмө яңы “Башҡорт балы” программаһы менән сығыш яһай

Йәмғиәт

24 октябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында “Далан” йәштәр эстрада төркөмө сығыш яһай. Танылған коллектив үҙенең “Башҡорт балы” исемле яңы концерт программаһын тамашасыға тәҡдим итәсәк.

Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был программаға әлегә тиклем сәхнәлә бер ҡасан да башҡарылмаған өр-яңы вокаль һәм хореографик композициялар ингән. Шул иҫәптән “Далан” төркөмө солисы, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Минзифа Исҡужина интерпретацияһында “Башҡорт балы” йыры.

Белеүегеҙсә, “Далан” республикабыҙҙа иң уңышлы  төркөмдәрҙең береһе. Ул Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә популярлыҡ яуланы. Артистар йыш ҡына Силәбе, Ырымбур, Һамар, Свердловск һәм башҡа өлкәләргә гастролдәргә сыға. Коллективтың был төбәктәр буйлап яңы программа менән сираттағы гастролдәре декабрҙә үк көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть