11 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2009 йыл, 13:21

Энергетика проблемаларын тикшерәләр

автор: Ольга Горюнова | фото: Андрей Старостин

Өфөлә IX Энергетика форумы, «Урал энергетикаһы-2009» XV Юбилей халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе, «Энергияны һаҡлау» VII махсус күргәҙмәһе, «Кабель.Сымдар.Арматура» IV экспофорумы, «Электр һәм яҡтылыҡ техникаһы» I махсус күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә “Аҡбуҙат” ипподромы манежы бинаһында урынлашты.

РФ Энергетика министрлығы, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы, “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында күргәҙмәне ойоштороусылар – Башҡортостан күргәҙмә компанияһы, «Башҡортостан» күргәҙмә комплексы, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

«Урал энергетикаһы-2009» — был Башҡортостан Республикаһында төп энергетик бизнес-форумы булып торған иң ҙур күргәҙмәләрҙең береһе.

Күргәҙмә сиктәрендә сәнәғәттең бөтә тармаҡтары өсөн тәғәйенләнгән энергетика комплексы номенклатураһының киң спектры тәҡдим ителәсәк.

Күргәҙмәне асыуҙа РФ Энергетика министрлығының бүлек начальнигы Анатолий Гандулаков, бындай экспозициялар – илдең энергетика сәйәсәтен тормошҡа ашырыу ҡоралы ул, тине. Энергия менән тәьмин итеү хәҙер иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора – энергияны һаҡлаусы технологияларҙы ҡулланыу энергоресурстар табыуға сығымдарҙы кәметергә булышлыҡ итә. Күргәҙмәләрҙә фән һәм производство осраша, был энергетиканы үҫтереүҙә яңы йүнәлештәр эшкәртеү мөмкинлеге бирә.

Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 23 төбәгенән: Мәскәү, Ленинград, Иваново, Курск, Пенза, Псков, Рязань, Һамар, Свердловск, Смоленск, Тула, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан һәм башҡа төбәктәрҙән 130-ҙан ашыу предприятие ҡатнаша.

IX Рәсәй энергетика Форумы программаһының үҙәк ваҡиғаһы булып “Хәҙерге заман электротехник продукцияһы һәм фәнни-техник прогресс” конференцияһы һәм “Энергетик һөҙөмтәлелек. Проблемалар һәм хәл итеү юлдары” Бөтә Рәсәй конференцияһы торасаҡ.

Күргәҙмәләр 23 октябргә тиклем эшләйәсәк.

темалар: күргәҙмәләр