9 декабрь, Йома

21 октябрь 2009 йыл, 11:41

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 18-се ултырышы асылды

автор: Николай Ермоленко

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 18-се ултырышы башланды. Унда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР буйынса баш федераль инспектор Петр Капишников, БР Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары, Башҡортостан Республикаһының суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Депутаттар ултырыштың эшсе органдарын һайланы һәм көн тәртибен раҫланы, уға 35 мәсьәлә индерелде. Депутаттар алдында 25 республика һәм биш федераль закон проектын ҡарау бурысы тора. Беренсе уҡыуҙа бөтәһе 16 закон проекты ҡараласаҡ, тағы бер яңылыҡ – “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында парламенттың Дәүләт Думаһына яңы закон инициативаһы.

Ултырышта ҡараласаҡ башҡа мәсьәләләр араһында – Башҡортостан Республикаһында йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса закондарҙы камиллаштырыу тураһында парламент тыңлауҙары үткәреү, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының үҙ эшмәкәрлеге тураһында отчеты һәм Палатаның яңы составын раҫлау.