10 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2009 йыл, 11:00

Өфөлә 72 миллиард һум табыш йыйылды

автор: Ольга Горюнова

2009 йылдың туғыҙ айында Өфө биләмәһендә бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға 72 миллиард һумдан ашыуыраҡ табыш йыйылды, был 2008 йылдың ошо уҡ осорондағынан 23 процентҡа кәмерәк. Йыйылған сумманың 47 проценты – федераль бюджетҡа, 45 проценты – республика бюджетына һәм һигеҙ проценты тирәһе (алты миллиард һумға яҡын) ҡала ҡаҙнаһына инде, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Өфө бюджеты табыштары һалым түләүҙәренән, шулай уҡ республика бюджетының ҡалаға бирелгән дәүләт вәкәләттәрен финанслауға бюджет-ара трансферттарынан һалына. 2009 йылдың октябрь башына ҡарата Өфө бюджеты табыштар буйынса 10,011 миллиард һум күләмендә 97 процентҡа үтәлде, былтыр ошо уҡ осорҙа 9,2 миллиард һум ине. Айырма иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙы һүтеүгә керемдәр менән аңлатыла. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда табыштар үҫеше туғыҙ процент тиерлек тәшкил итә. Ә табыштар буйынса план юғары бюджеттарҙан 300 миллион һумдан ашыу суммаға бюджет-ара трансферттар инеп етмәүе һөҙөмтәһендә үтәлмәне. Үҙ табыштары буйынса план 5,7 миллиард һум күләмендә 100 процентҡа үтәлде.

Баш ҡала бюджеты килемдәренең төп сығанағы булып физик шәхестәр табыштарына һалым ҡала.

Сәнәғәткә килгәндә, быйыл туғыҙ айҙа ҡала предприятиелары 179 миллиард һумлыҡ үҙҙәре етештергән тауар тейәп оҙатты, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарҙы, был былтырғы кимәлгә ҡарата 82 процент тәшкил итә. Дөйөм алғанда, ҡала сәнәғәте буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 95 процент самаһы тәшкил итте.

темалар: финанстар