Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Белорет металлургия комбинаты "Металл-Экспо" күргәҙмәһенә яңы продукция етештерҙе

Иҡтисад

“Белорет  металлургия  комбинаты”  асыҡ акционерҙар йәмғиәте   XV  Халыҡ-ара  махсус "Металл-Экспо-2009"  күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әҙерләнә.

Күргәҙмә  10-13 ноябрь көндәре  “Мәскәүҙә металлдар аҙналығы” сиктәрендә “Крокус Экспо” халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә үтәсәк. Белорет  металлургия  комбинаты күргәҙмәлә 15 йыл рәттән ҡатнаша килә. Ә 2003 йылдан алып ул ”Мечел” компанияһы составында иҫәпләнә. Быйылғы күргәҙмәлә “Мечел” компанияһына ҡараған 11 предприятиеның берҙәм экспозицияһы урынлаштырыласаҡ. Белорет  металлургия  комбинаты үҙенең утыҙға яҡын металл әйберҙәр  өлгөләрен күрһәтәсәк. Стендта шулай уҡ предприятиеның яңы продукцияһы –  4-тән  10 миллиметрға тиклемге диаметрлы  һыуыҡ менән  деформацияланған арматура һәм 10,5  миллиметрҙан 60 миллиметрға тиклемге диаметрлы  һығылмалы  ҡорос канаттар  – урын аласаҡ, тип хәбәр итттеләр комбинаттың матбуғат хеҙмәтендә.

“Белорет  металлургия  комбинаты”  асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең   идара итеүсе директоры Виктор Камелин әйтеүенсә, "Металл-Экспо-2009"  күргәҙмәһендә ҡатнашыу, беренсе сиратта, продукцияны һатыу баҙарын киңәйтеү. ”Баҙар шарттарында, минең уйымса, был һәр бер предприятие хәл итергә тырышҡан иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе, – тине ул. –  Сөнки етештерүҙән тыш тауарҙы һатырға ла кәрәк  бит.  "Металл-Экспо-2009"   – металлургия тармағының төп күргәҙмәһе булараҡ, бында  беҙҙең продукцияны ҡулланыусылар  төрлө етештереүселәрҙең тауарҙарын сағыштыра ала. Тәжрибә буйынса шуны беләм: күргәҙмәлә ҡатнашыусылар  һәр ваҡыт Белорет  металлургия  комбинаты етештергән  металл әйберҙәр  менән ныҡ ҡыҙыҡһына”.

Теги: Сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть